"Урал батыр" эпостың яттан һөйләү конкурсының муниципаль этабы үтте.
Бөгөн, 7 май көндө, Борай 3-сө һанлы мәктәбенең тамаша залында башҡорт халҡының бөйөк мираҫы - "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһенең муниципаль этабы үтте. Бәйгелә ҡатнашыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Эпосты яттан һөйләүселәр этабында Борай 1-се балалар баҡсаһынан Арыҫланова Нурия, 3-сө балалар баҡсаһынан Бикташева Азалия, 5-се балалар баҡсаһынан Раянова Камилла, Салҡаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2 класс уҡыусыһы Мөнирова Гөлназ, 3-сө Борй урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Ахматханова Эльза еңеүсе булдылар.
Конкурстың икенсе этабында уҡыусылар "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереп күрһәттеләр. Был этапта Борай 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыусылары еңеү яуланы.
"Урал батыр" конкурсы ойошҡан, ҙур әҙерлек менән үтте. |