12 май көндө Борай өсөнсө һанлы мәктәп сәхнәһендә “Урал батыр” эпосының йәш сәсәндәр конкурсы булып үтте. Конкурс ике этапта барҙы. Беренсе турҙа уҡыусылар “Урал батыр” эпосын яттан һөйләнеләр, икенсе турында эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәттеләр. Конкурс бик ҡыҙыу темпта барҙы , йәш сәсәндәр был һынауҙарҙы бик уңышлы үттеләр. Конкурстан һуң баһалама ағзалары эштәрҙе ҡарап баһаланы һәм еңеүселәрҙе билдәләне. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса еңеүсе Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Солтанова Айһылыу булды. Быйыл беренсе тапҡыр мәктәпкәсә йәштәге балаларға ла сығыш яһау бәхете тейҙе. Борай ауылы «Йәйғор» 2-се балалар баҡсаһынан Ахунова Риана исемле йәш сәсәнебеҙ еңеү яуланы. Конкурстың икенсе турында беренсе һанлы мәктәп уҡыусылары енеүселәр рәтендә булдылар. Бар ҡатнашыусыларға ла башҡорт халҡының мәшһүр эпосы «Урал батыр”ҙы өйрәнеүе , данын таратыуы һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа , уны киләсәк быуынға таратыуға өлөштәрен индергәндәргә рәхмәт һүҙҙәре яуҙы. |