Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Стандартная версия


WDAY$, 02.05.2024, 22:35


Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Баннер
Главная » 2022 » Октябрь » 21 » «Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре»
12:57
«Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре»

 

 

Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафыннан сығарылған «Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре» биографик белешмәһен  һәм «Шайморатовсылар - Борай районының легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» белешмәһен Шайморатов класына  тапшырҙы.

2022 йылдың 1 сентябренән Борай районы муниципаль районының Борай 2-се гимназияһында Рәсәй Геройы, генерал-майор  Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс асылды. 5-се «Шайморатов» класының 25 уҡыусыһы өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән эш даими алып барыла. Шайморатов класы дәрестән тыш уҡытыу программаһы менән айырылып тора. Был кластың маҡсаты - илдең патриотын тәрбиәләү. Йәғни, дөйөм белем биреү бурысынан тыш, уҡытыу үҙ иленә гражданлыҡ йәки хәрби өлкәлә хеҙмәт итеүгә әҙерлек, буласаҡ һөнәреңде аңлы рәүештә һайлау өсөн нигеҙ булдырыу бурысын да йөрөтә.

Бөгөн, Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Харисов Илгиз Зөфәр улы һәм уның урынбаҫары, Борай мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы Солтанова Рәмилә Рәиф ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафыннан сығарылған «Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре» биографик белешмәһен  һәм Борай районының 22 яугире тураһында мәғлүмәт тулыландырылған «Шайморатовсылар - Борай районының легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре» белешмәһен, Шайморатов класына  тапшырҙы. Илгиз Зөфәр улы киләсәктә ошо класта ҡурайҙа уйнау һәм ҡалаҡ һуғыу буйынса Мәҙәниәт йорто тарафынан түңәрәктәр ойоштороласағы тураһында ла әйтте.

Просмотров: 155 | Добавил: ouoburaevo
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Октябрь 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31
Архив записей
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Copyright MyCorp © 2024
    Хостинг от uCoz