27 апрелдә Борай 2-се гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте. Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар матур шиғырҙар һәм дәртле башҡорт бейеүҙәре менән ҡаршы алдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсләмов Ришат Нәзиф улы 3а класта асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес яҡташыбыҙ Файыҡ Мөхәмәтйәновтың ижады һәм биографияһын өйрәнеүгә арналды. Уҡыусылар шағирҙың музейына виртуаль сәйәхәт эшләне, уның тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде.
Башҡорт теле уҡытыусылары Хәмиҙуллина Альмира Тимербулат ҡыҙы һәм Әхмәтзакирова Илһөйәр Фирҙәүес ҡыҙы берлегендә ҡунаҡтарға Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған “Дуҫлыҡ байрамы” сараһы күрһәтелде. Сара төрлө милләт халыҡтарының йыр-бейеүҙәренә бай булыуы менән айырылып торҙо. |