Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, бөйөк шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Борай районы мәктәптәрендә «Телдең күрке-һүҙ», «Минең телем-моңло тел ул», «Халҡым теле-хаҡлыҡ теле», «Тылсымлы һүҙҙәр донъяһына сәйәхәт», «Тел - халыҡтың рухы» тигән темаларға берҙәм дәрестәр викториналар, шиғыр һөйләү бәйгеләре, ижади һәм интеллектуаль конкурстар үтте.
|