21 декабрҙә Борай районы үҙәгенең Рәйфә Ғәлиева исемендәге мәҙәниәт йортонда Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһалды.
Мәртәбәле сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов, район хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гемир Хазетдин улы Нуртдинов, Борай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илгиз Зөфәр улы Харисов, мәктәп директорҙары, директор урынбаҫарҙары, мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, тәрбиәселәр, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Сәләмләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гемир Хазетдин улы Нуртдинов сығыш яһаны һәм Башҡорт тарихы йылындағы иң мөһим мәлдәрҙе билдәләне. “Башҡорт тарихы йылы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондар араһында Борай районы I урынды яуланы. Мөһим сараларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә, яҡтыртыуҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәткәне, башҡорт халҡының шанлы тарихын һәм рухи тамырҙарын тергеҙеүгә, өйрәнеүгә индергән ҙур өлөшө өсөн I дәрәжә дипломы менән бүләкләнде. Был еңеү мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең берҙәм уңышы”, - тип үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ҡотлау һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Мөхәммәт улы сығыш яһаны һәм мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Харисов Илгиз Зөфәр улы үҙ сығышында, Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһап, ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, артабан да сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы һәм халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, күркәм йолаларын, тарихын һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә йәштәр сәйәсәте һәм мәҙәниәт идаралығының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Сара район байрам концерты менән тамамланды. |