Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Стандартная версия


WDAY$, 02.05.2024, 22:55


Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Баннер
Главная » 2021 » Ноябрь » 16 » 12 ноябрҙә балаларға белем биреү ойошмаһы тәрбиәселәренең «Остаз» Педагогик оҫтахана эштәре тамамланды
08:05
12 ноябрҙә балаларға белем биреү ойошмаһы тәрбиәселәренең «Остаз» Педагогик оҫтахана эштәре тамамланды

 

  

12 ноябрҙә  балаларға белем биреү ойошмаһы тәрбиәселәренең «Остаз» Педагогик оҫтахана эштәре тамамланды. Проекттың төп маҡсаты – башҡорт телен пропагандалау, заманса профессиональ компетенцияһын формалаштырыу юлы менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында 3-7 йәшкә тиклем диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт телендә тәрбиә һәм белем биреү.

    Проект сиктәрендә тормошҡа ашырыу өсөн республиканың өс районы тәрбиәселәре өсөн уҡыу семинарҙары ойошторолдо, шул иҫәптән «Мәктәпкәсә тәрбиә биреү» компетенцияһы буйынса «Ворлдскиллс» («WorldSkills»)оҫтаханаһы менән эш алып барылды;

    балаларға белем биреү ойошмаһы тәрбиәселәре өсөн квалификация үҫтереү курстары ойошторолдо;

    тәрбиәселәр өсөн «Мәктәпкәсә белем биреү» программаһы буйынса профессиональ әҙерлек эштәре башҡарылды;

    тәрбиәселәр араһында алдынғы педагогтарҙы асыҡлау, алдынғы тәжрибәне артабан алмашыу һәм таратыу өсөн методик эшләнмәләр фондын булдырыу маҡсатында Республика конкурсы үткәрелде.

    Проект М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Грантына тормошҡа ашырыла, ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидиялар формаһында конкурста еңеүсе булды.

    12 октябрҙән 25 октябргә тиклем 32 тәрбиәсе «ФГОС шарттарында мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телендә белем биреү һәм тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороу» программаһы буйынса квалификация үҫтереү курстарын үттеләр.Беҙҙең райондан 8 тәрбиәсе М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ҡайтанан әҙерлек үттеләр һәм «Башкорт телен белгэн мәктәпкәсә белем биреү педагогы» дипломдарын алдылар.

    Был программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә районыбыҙҙың балалар баҡсаларында уҡып йөрөгән тәрбиәселәр төрлө саралар үткәрҙеләр: «Шәжәрә», «Сөмбөлә» байрамдары, шиғри кисәләр һәм әңгәмәләр, башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырып үттеләр.             

    Шулай уҡ башҡорт әкиәттәре менән таныштырҙылар һәм башҡорт телендә балалар менән инсценировкалар эшләнеләр.

Просмотров: 313 | Добавил: ouoburaevo
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Ноябрь 2021  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Copyright MyCorp © 2024
    Хостинг от uCoz